Был турала илдең ауыл хужалығы министры Дмитрий Патрушев бөгөн Өфөлә уҙған оператив штаб ултырышында белдерҙе. Федераль министр фекеренсә, илдең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлегенә ҡурҡыныс янамай, ә бына донъя баҙарында проблема булыуы мөмкин.
Сөнки тәбиғәт шарттары менән бәйле быйыл ил хужалыҡтары бураларға планлаштырылған 130 миллион тонна игенде һала алмауы бар, был үҙ сиратында экспортты кәметеүгә килтерә. Республика менән идара итеү үҙәгендә уҙған күсмә ултырыштың төп темалары хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Республика менән идара итеү үҙәгендә Башҡортостандың бар тормош-көнкүреше ус төбөндәге һымаҡ. Бында сағылыш тапмаған бер генә өлкә лә юҡ. Мәғлүмәттәр көн һайын үҙгәреп, яңырып тора. Мәҫәлән, ауыл хужалығы тармағын алғанда онлайн рәүештә мал аҙығы әҙерләү, ураҡ компанияһын күҙәтергә мөмкин.
Онлайн платформала һәр хужалыҡ хаҡында тулы мәғлүмәт тупланған, баҫыу майҙандары, мал башы, инфраструктура торошо йәки нисә кеше эш урын менән тәьмин ителгән. Күрһәткестәр күпме минераль ашламалар техника, орлоҡ кәрәклеген күҙалларға, дәүләттең аграр стратегияһын билдәләргә булышлыҡ итә.
Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Дмитрий Патрушев Республика менән идара итеү үҙәгенең мөмкинлектәрен юғары баһаланы. Федераль министр был платформаны йыһан менән идара үҙәгенә тиңләне. Уңышлы тәжрибә, башҡа төбәктәргә лә таратыу, федераль кимәлдә лә үҙләштереү мотлаҡ, тине Дмитрий Патрушев.
Рәсәй ауыл хужалығы министрлығы оператив штабының күсмә ултырышында һүҙ илдең аҙыҡ-түлек именлеге, ураҡ компанияһы хаҡында барҙы. Быйыл уңыш күрһәткесе үткән йыл менән сағыштырғанда түбәнерәк, шуға күрә планлаштырылған 130 миллион тоннаны йыйып булмауы ихтимал. Әлбиттә, илдең аҙыҡ-түлек именлегенә хәүеф янамай, ә бына экспортҡа оҙатылған иге күләмен кәметергә тура килеүе бар, тине федераль министр.
Әле иһә илдең барлыҡ федераль округтарында ла ураҡ компанияһы гөрләй, майҙандарҙың 27 проценты йыйып алынған, бураларға 55 миллион тонна уңыш һалынған. Уңыш күләме һәр төбәктә лә айырыла, күп субъекттар яҙ һуң килеү сәбәпле, сәсеүҙе ваҡытында башламаған, шуға күрә башаҡтар ҙа туҡ түгел. Илдең бер өлөшөндә дымлылыҡ норманан артыҡ, был да уңыш йыйыуға кире йоғонто яһай.
Рәмзиә Кәримова