Әлегә ауыл эшсәндәре ете йөҙ гектар биләмәлә эштәрҙе теүәлләгән. Уңыш ҡеүәте – гектарына уртаса ҡырҡ центнер тәшкил иткән. Ҡайһы бер хужалыҡтарҙың 60 центнерлыҡ күрһәткестәре лә бар.
Шулай уҡ баҫыуҙа ярауай культуралары ла өлгөргән – борсаҡ һәм арпа һуғыла башлаған. «Лейтер», «Едих», Интернационал», «Привалов» хужалыҡтары яландарында уңыш кимәле юғары.
«Привалов» крәҫтиән-фермер хужалығы алты мең гектар майҙанда урып-йыйыу эштәрен алып бара. Предприятие етәкселеге билдәләүенсә, ҡеүәтле техникаға ҡытлыҡ юҡ. Ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙерләү ҙә тамамланыу алдында. Яңы силос соҡорҙары төҙөлгән. 2015 йылда ойошторолған хужалыҡ малсылыҡ, һөтсөлөк йүнәлешендә уңышлы эшләй. Ҡураларҙа дүрт йөҙ баш һыйыр тотола. Шулай уҡ һарыҡсылыҡ та үҫешкән.
Гөлназ Хәйбуллина