«Аҡ тирмә» башҡорт халыҡ фольклор ансамбленең яңы клибы интернет киңлектәрен яулай

Глобаль селтәргә һалыныуға бер тәүлек ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, йөҙҙәрсә кеше ҡараған. «Башҡорт иле» тип аталған ҡобайыр билдәле фольклор белгесе Асия Ғәйнуллина һүҙҙәренә яҙылған. Йырға композитор Илшат Яхин көй һалған. Республиканың төрлө тәбиғәт мөйөштәрендә төшөрөлгән яҙма музыкант Илшат Ғәббәс улының яҡты иҫтәләгенә арналған.

Башҡортостан мәҙәниәтен юғары кимәлдә күрһәтеү өсөн «Аҡ тирмә» ансамбле ағзалары күп көс һала. Федераль кимәлдәге төрлө милли-мәҙәни проекттарына ла улар махсус саҡырыла. Ижади коллективтың репертуары бик бай. Һәр композицияға тиерлек клип төшөрөлгән. Сираттағыһы аҫаба халыҡ ерҙәренең бар матурлығын асып һала.

Азат Ғәлиуллин