Өфө халҡы баш ҡаланың Марина Раскова урамындағы төҙөлөшкә ҡарата ризаһыҙлыҡ белдерә

Төҙөргә ярамай һүтергә. Был һүҙҙәр араһында ҡайҙа дөрөҫ итеп өтөр ҡуйырға!? Өфөнөң Марина Раскова урамында икенсе йыл күләмле төҙөлөш бара. Шәхси торлаҡ төҙөлөшө өсөн тәғәйенләнгән ер участкаһында бер юлы өс йортҡа нигеҙ һалынып, икәүһенең стеналары күтәрелгән.

Күрше өйҙәрҙә йәшәүселәр ике ҡатлы объекттарҙың күп фатирлы торлаҡ, йә хостелды хәтерләтеүен билдәләй. Нижегородка биҫтәһендә барлыҡҡа килгән киҫкен хәлгә БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина аныҡлыҡ индерә.

Өфөнөң Марина Раскова урамындағы был ер участкаһында бер юлы өс йортҡа нигеҙ һалынған. Объекттарҙың теүәл тәғәйенләнеше билдәһеҙ. Күп фатирлы йортмо был, коттеджмы, әллә бөтөнләй хостелмы?! Урындағы халыҡ икенсе йыл баш вата.

Был йорттар менән күршелек хаҡы күпмегә төшөр?! Биләмәлә һыу менән тәьминәт системаһы үҙәкләштерелмәгән. Канализация ҡаралмаған. Шуға ла Нижегородка биҫтәһендә йәшәүселәр хан һарайына тиң ҙур объекттар төҙөлөшөнә борсолоуын белдерә.

Биләмәлә халыҡ күпләп йыйылғанға күрә, төҙөлөш ваҡытлыса туҡталды. Подрядсы компания хеҙмәткәрҙәре эш ҡоралдарын ҡалдырып, күҙ асып йомған арала юҡҡа сыҡты. Һорауҙар күп. Яуап биреүсеһе генә юҡ. Урындағы халыҡ берләшеп, киҫкен хәл буйынса Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы кеше хоҡуҡтары буйынса советҡа мөрәжәғәт иткән. Яуаплы орган тарафынан биләмәләге төҙөлөш контролгә алынды.

Өфө ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, билдәләнгән ер участкаһында капиталь төҙөлөшкә рөхсәт бирелмәгән. Законға ярашлы тәртип буйынса планлаштырылған объект тураһында белдереү ҙә ҡабул ителмәгән. Төбәктең торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты тарафынан осраҡ буйынса тиҙҙән аныҡлыҡ индереләсәк.

Беренсенән, ер участкаларының кадастр номерҙары, хужалары асыҡланасаҡ. Икенсенән, биләмәлә ниндәй объекттар төҙөлөлөүен билдәләргә кәрәк. Төҙөлөш бер ниндәй рөхсәтһеҙ алып барылған осраҡта дәүләт комитеты прокуратура менән берлектә тикшереү ойошторасаҡ.

Иван Белоусов, Башҡортостандың торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары

Репортажды әҙерләгәндә, ер участкаһы хужаһы вәкиле менән бәйләнешкә индек. Ул биләмәлә күп фатирлы йорт төҙөлмәй, тип билдәләне. Бер йортҡа бер хужа буласаҡ.

Ер участкаһы хужаһы вәкиле билдәләүенсә, Марина Раскова урамында йәшәүселәргә ҡарата уның да дәғүәһе бар. Үҫмерҙәр килеп төҙөлөш материалдарын – кирбесте емереп киткән. Бер йортҡа, хатта, май ҙа һибелгән. Быны видео күҙәтеү камераһы теркәгән. Шул уҡ ваҡытта яҡын арала капиталь төҙөлөш объекттары буйынса күҙәтеүсе органдар ҙа үҙ баһаһын бирәсәк.

Гөлназ Хәйбуллина