Ҡыҙыу мәл. Көндәрҙең эҫе тороуы ял итеүселәргә ыңғай булһа, ауыл хужалығы эшсәндәренә ул икеләтә ҡыҙыу осор. Улар өсөн шәмбе, йәкшәмбе лә ең һыҙғанып хеҙмәт итеү ваҡыты. Игендәр өлгөргән, ваҡытында йыйып алыу бурысы тора. Гектар ҡеүәте элекке йылдар менән сағыштырғанда бер нисә тапҡыр юғары. Өфө районындағы «Шемәк» хужалығы ужым бойҙайын ура. Иген баҫыуынан БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева.
Алтын бөртөктәренә тиң башаҡтар туҡ, өлгөргән. Аграр хужалыҡ етәксеһе менән агроном, йылы яҡшы килде, ти. Көндәр ҡоро торғанда игенде йыйып өлгөрөргә генә кәрәк. Тик комбайндар сәғәтенә 2 саҡрым тиҙлек менән килә, сөнки шәберәк барыу уңышты юғалтыуға килтерә. Ә быйыл ул күптән булмағанса мул.
Уңыш сифаты һәм гектар ҡеүәтенең юғарылығы – яҙ ямғырҙың ваҡытында яуыуы һәм, әлбиттә, аграрийҙарҙың тырышлығы һөҙөмтәһе.
«Шемәк» хужалығының 4 мең 500 гектар сәсеүлектәре бар. Ураҡҡа улар 1 августа төшкән. Баҫыуҙарҙы 8 комбайн иңләй. Хеҙмәт юлын ҡасандыр Филүс Гәрәев «Нива», «Дон», комбайндарында башлаған. Яңы ауыл хужалығы техникаһында эшләү менән сағыштырырлыҡ түгел инде ти.
Кабинала 30 градус эҫелә туҙанға батып ултырыу күптән онотолған. Кондиционер эшләй, механизатор өсөн уңайлы. Быйыл өс яңы комбайн һатып алынған. Былтыр 12 миллион һум торған техника биш миллион һумға ҡиммәтерәккә төшкән. Икмәк үҫтереүселәр өсөн уңың туҡтауһыҙ эшләп тороуы ҡәҙерле. Сөнки һәр минут иҫәптә.
Ужым бойҙайы 500 гектарҙы биләй. Унан арпаға төшәсәктәр. Арпаның да гектар ҡеүәте 60-70 центнерҙан кәм булмаясаҡ, ти хужалыҡ етәксеһе. Игендең бер нисә өлөшөн күрше райондарҙағы элеваторҙарҙа һаҡларға һалынасаҡ, сөнки үҙ келәттәренә һыйып бөтмәй. Ауыл хужалығы культураларына хаҡ формалашҡандан һуң ул реализацияға ебәрелә.
Рәмилә Исмәғилева