Ҡырмыҫҡалы районы Аҡтүбә ауылы халҡы Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарының исемен мәңгелләштерҙе. Төбәктә бөгөн уларҙың иҫтәлегенә обелиск асылды. Район хакимиәте, ауыл биләмәһе һәм халыҡтың берҙәм көсө менән төҙөлгән мемориал, урындағы мәсет биләмәһендә урын алды. Обелискты асыу тантанаһын БЮТ хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин күҙәтте.
Гиндукуш тауындағы Саланг һыртында интернациональ бурысын үтәгән Рәфит Килдейәров һәйкәлдәр йәш быуын өсөн кәрәк тигән фекерҙә. Аҡтүбә ауылында Афған һуғышын үткән яугир ҡәҙерле ҡунаҡ. Рәфит Килдейәров гуманитар миссия менән Донбаста ла булып ҡайтҡан. Тарихи дөрөҫлөктө белеү, һаҡлау һәм киләһе быуындарға еткереүҙең әһәмитен афған һуғышы ветераны яҡшы аңлай.
Аҡтүбә ауылында Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары иҫтәлегенә обелиск ҡуйыу башланғысын Асия Әбдиева күтәреп сыға. Ике йыл дауамында ул фронтҡа киткән яҡташтарының исемлеген төҙөй. Архивтарҙа эшләй. Ветерандарҙың яҡындарын таба, улар менән бәйләнеш булдыра.
Аҡтүбә Ҡырмырмыҫҡалы районы Иҫке Муса ауылы биләмәһенә ҡарай. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында был тирәнән 100-гә яҡын кеше фронтҡа алына. Совет осоронда улар иҫтәлегенә ауылда обелиск ҡуйып өлгөрмәйҙәр. Шуға ла, мемориал төҙөү башланғысын халыҡ дәррәү күтәреп ала. Ауылдаштар обелиск төҙөүгә аҡса йыя, район һәм ауыл биләмәһе хакимиәте ҙур ярҙам күрһәтә. Изге эш халыҡты туплай, берләштерә.
Йәмәғәт башланғысынан ауыл имамы Әнүәр хажи ҙа ситтә ҡалмай. Обелискты мәсет ихатаһында урынлаштырыу тәҡдимен ул йома вәғәздәрендә йыш ҡабатлай. Мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу, улар рухына доға ҡылыу изге ғәмәл, ти аҡһаҡал.
Үткәндәрҙе белмәй, ышаныслы киләсәк ҡороп булмай. Ҡала үҙәктәрендәге мөһәбәт һәй кәлдәр ҙә, ауылдарҙағы бәләкәй обелисктар ҙа бер үк әһәмиәткә эйә. Улар тарих менән бәйләнеш һаҡлай, тимәк халҡыбыҙға йәшәү сатҡаһы бирә, киләсәккә өмөт менән атларға ярҙам итә.
Рафиҡ Әхмәтшин