Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы «Урал балалары» хәйриә фонды, «Сделать шаг» үҙәге менән берлектә Президент грантына лайыҡ була. Уға ярашлы былтыр 30, быйыл 40 һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән сабыйға реабилитация үткәрелә.
Ләкин үҙәккә мөрәжәғәт итеүсе инвалид балалар һаны бынан күберәк. Уларҙы дауалау өсөн балаларҙы хәстәрләүсе фонд беҙҙең телевизор ҡараусыларҙан ярҙам һорай. БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.
Массаж яһауҙарына Милана күптән өйрәнгән, шуға күрә тыныс ҡына ята. Ҡыҙға бер йәш тулғас нервы системаһы үҙәгенең зарарланыу һөҙөмтәһе, психомотор һәм психотелмәр үҫеше тотҡарлығы диагнозы ҡуйыла. Төрлө дауахана һәм реабилитация үҙәктәренә йөрөү һөҙөмтә бирмәгәс, әсәһе Милананы Стәрлетамаҡтағы «Сделать Шаг» үҙәгенә алып килә.
Милана өс йәшенә тиклем атлай ҙа, имгәкләй ҙә алмай. Тәүге аҙымдарын ул инвалид балалар өсөн «Сделать Шаг» физкультура-һауыҡтырыу үҙәгендә белгестәр күҙәтеүе аҫтында яһай. Әле ҡыҙға биш йәш. Ул үҙаллы атлай, ябай һөләмдәр менән аралаша башлаған. Сентябрҙән Милана бейеү түңәрәгенә йөрөй башлағыһы килә.
Өс йәшлек Влад Тарасов һирәк генетик ауырыу менән сирләй. Ленежа синдромы арҡаһында малайҙы тик ҡулда ғына алып йөрөйҙәр, сөнки ул атлай ҙа, тора ла алмай. Марттан алып ябайлаштырылған физкультура күнекмәләрен эшләү, реабилитация курсын үтеү мөғжизәгә тиңләрлек һөҙөмтәләргә килтерә.
«Сделать шаг» үҙәге менән «Урал балалары» хәйриә фонды еңгән Президент гранттары фонды ярҙамында Влад өсөн һуңғы ике аҙна бушлай күнекмәләр яһала. Федераль финанслау ата-әсәләҙең аҡсаһын һаҡсыл тотонорға мөмкинлек бирә. «Урал балалары» фондын Рима Ибраһимова менән Виктория Жигалина етәкләй. Улар ҙа үҙенсәлекле бала әсәләре.
Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән сабыйҙарҙы дауалау ауырлыҡтарын үҙ иңендә татыған Рима менән Виктория фонд булдырып, башҡа балаларға ярҙам итергә тырыша. Ике тапҡыр рәттән Президент гранттары фондынан финанслауға өлгәшеп, йәмғеһе 70 бала реабилитация үҙәгендә бушлай шөғөлләнә алған. Балалар ысынлап та үҙҙәренең уңыштары менән һөйөндөрә. Ләкин был тырышыуҙар аҙ.
Быйыл да «Уралым балалары» хәйриә фонды Президент грантын алыуға проект әҙерләй. Илдәге иҡтисади хәл мәрхәмәтлелеккә лә йоғонто яһай, хәйриә аҡсаларына йәшәгән фондтар финанс ауырлыҡтар кисерә. «Уралым балалары» изге күңелле кешеләр ярҙамына мохтаж. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларға ярҙам итергә теләүселәр detiuralarb.ru сайтына үтеп уңайлы ысул менән иғәнә ебәрә ала.
Әлфинә Килдейәрова