Өфөлә балалар өсөн вело-байрам үткәрелде

Республика велосипедсылары союзы ойошторған сарала 2 йәштән 14 йәшкә тиклем балалар ҡатнашты. Ҡала үҙәгендәге майҙансыҡта малай-ҡыҙҙар велосипедтарҙа уҙышып көс һынашты.

Еңеүсләргә һәм ҡатнашыусыларға ойоштороусылар тарафынан бүләктәр таратылды. Ярыштан һуң байрамда интеллектуаль викторина, юл ҡағиҙәләрен өйрәнеү буйынса оҫталыҡ дәресе һәм концерт үтте.

Флорида Ким