Гектар ҡеүәте 35 центнер. Арпанан быйыл Бүздәк игенселәре былтырғы менән сағыштырғанда 4 тапҡыр мул уңыш алыуға ирешкән. Ауыл эшсәндәре уңышты юғалтыуҙарһыҙ йыйып алырға ниәтләй.
Быйыл арпа, ужым бойҙайы менән бер осорға тиерлек өлгөргән. Бүздәктә урып-йыйыу барышы хаҡында ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.
Фермер Илдар Вәхитов тиҫтә йылдан ашыу ауыл хужалығының үҫемлекселек тармағы менән шөғөлләнә. Оҙаҡ йылдар дауамында табышлы эшләп мул уңыш алырға ирешә алмаһа ла, төшөнкөлөккә бирелмәй.
50 гектарҙан ғына башлаған эште, әлеге ваҡытта 2000 гектарға еткергән. Ауыл хужалығы өлкәһендә дәүләттән 20 миллион һумдан ашыу грант алған. Был аҡсаларҙы етәксе иген таҙартыу комплексы төҙөлөшөнә тотонған. Уның ярҙамында сәғәтенә 40 тоннанан ашыу иген эшкәртелер, тип күҙаллана.
Хужалыҡта башлыса Саша сортлы арпаға өҫтөнлөк бирелә. Был сорт ҡош-ҡортҡа ҡатнаш аҙыҡ әҙерләүҙә ҡулланыла. Ҡоролоҡҡа ла сыҙамлы. Былтыр ҡола ялан булған ерҙә быйыл мул уңыш алырға иҫәпләйҙәр. Сүп үләндәре ашлыҡтың дымлылығына тәьҫир итмәһен өсөн, иген башта яҫмаларға һалына. Улар кипкәс кенә, арпаны һуғырға тотонасаҡтар. Ә ҡалған яландарҙа ашлыҡ турыға урыла.
Вәхитов крәҫтиән-фермер хужалығында 100 гектарҙан арпа уңышы юғары етештереүсәнле заманса техника ярҙамында юғалтыуҙарһыҙ йыйып-алына. Сменаһына 25-30 гектар майҙанда арпа һуғылып, ырҙын табағына оҙатыла. Туҡ, өлгөргән башаҡтарҙың гектар ҡеүәте 30-35 центнер тәшкил итә, ти, белгестәр.
Бүздәк районында 46 хужалыҡ урып-йыйыу эшенә тотонған. Быйыл ярауайҙар менән ужым культуралары бер үк ваҡытта өлгөргән. Эште һөҙөмтәле ойошторғанда, уңай һауа шарттарында уңышты юғалтыуҙарһыҙ йыйып алырға мөмкин, ти аграрийҙар.
Быйыл хужалыҡта борсаҡ мең гектарға артығыраҡ майҙанға сәселгән. Уңышты үҙҙәренең унлаған техникаһы һәм ситтән саҡырылған комбайндар ярҙамында уралар. Яуым-төшөмһөҙ һауа шарттары торғанда дүрт көндә борсаҡ йыйыуҙы тамамлап, ужым культураларына тотоноу күҙаллана.
Бүздәктә ужым арышынан гектарынан 40 центнер уңыш алыусы хужалыҡтар бар. Арпа, борсаҡ кеүек культураларҙан да уңыш ҡәнәғәтләнерлек, ти, белгестәр.
Быйыл республика игенселәре алдында былтырғыға ҡарағанда ике тапҡырға күберәк 4 миллион тоннан ашыу иген йыйып алыу бурысы ҡуйылған. Дөрөҫ агротехнологиялар ҡулланыу, ваҡытында ашлау һөҙөмтәһеҙ ҡалмай. Штурвал артындағы комбайнсылар ҙа уңышты юғалтыуҙарһыҙ йыйып алыу өсөн ҙур тырышлыҡ һәм көс һала.
Гүзәл Борханова