Күңелһеҙ статистика һандарын кәметеү, аварияларҙы иҫкәртеү мәсьәләре Республика йортонда үткән ведомство-ара комиссия ултырышында ҡаралды.
Белгестәр төбәктә транспорт инфраструктураһын камиллаштырыу буйынса 2 йылға иҫәпләнгән маҡсатлы программа төҙөү кәрәклеген билдәле. Уға ярашлы видеокүҙәтеү ҡоролмалары һанын арттырыу, транспорт сараларына рөхсәт ителгән тиҙлекте көйләү, Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының рейдтарын арттырыу күҙаллана. Һауа шарттары боҙолоп юл хәрәкәте менән бәйле ҡатмарлыҡтар булғанда граждандарҙың телефонына иҫкәртеү ебәреү бурысы ҡуйылды.