Тоҙ пристане Стәрлетамаҡ ҡалаһынаң биҙәгенә әйләнер тип көтөлә. Шулай уҡ «Бәләкәй ҡалалар һәм тарихи биләмәләрҙе үҫтереү» Бөтә Рәсәй бәйгеһендә 300-ҙән ашыу заявка араһынан Бөрө, Межгорье, Күмертау, Туймазы һәм Бәләбәй ҡалалары финанс ярҙам алған. Унда ла йәмәғәт урындарын төҙөкләндереү эштәре йылдам бара.