Илдә музыка уҡытыусыларына премия булдырыла

Конкурсҡа ярашлы, тәжрибәле сәнғәт белгестәре 500 меңдән 1 миллионға тиклем ярҙамға дәғүә итә ала. Уларҙы баһалағанда үҙенсәлекле уҡытыу алымдары, уҡыусыларҙың уңыштары һәм сараларҙа ҡатнашыу әүҙемлеге иҫәпкә алына.

Ғаризалар 20 авгусҡа тиклем ҡабул ителә. Еңеүселәр исемлеге декабрҙә асыҡлана. Тулыраҡ мәғлүмәт менән ил Хөкүмәте сайтында танышырға була.