Гектарынан 70 центнер. «Уңыш» ауыл хужалығы предприятиеһы ужым бойҙайынан ошондай уңыш алыуға ирешә. Хужалыҡта Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Дмитрий Патрушев һәм Радий Хәбиров булды. Илдең аграр тармағы етәксеһе ҡеүәтле селекция-орлоҡсолоҡ үҙәге менән дә танышты. БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева яҙмаһы.
Исеме есеменә. «Уңыш»тарҙың уңышы рекордлы. Ауыл хужалығы предприятиеһының Ҡырмыҫҡалы районы баҫыуҙарын үҙебеҙҙең илдә сығарылған комбайндар иңләй. Ураҡ барышын ҡарарға Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров оҙатыуында Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Дмитрий Патрушев килде.
Өлгөлө хужалыҡта яңы төҙөлгән селекция- орлоҡсолоҡ үҙәге файҙаланыуға тапшырылған. 660 миллион һумға төшкән аграр объект суммаһының 40 проценты дәүләт ярҙамы.
Комплекста баҫыуҙан килтерелгән игенде таҙартыу, киптереү пункты эшләй. Орлоҡсолоҡ заводы һәм 25 меңтонна иген һаҡларлыҡ элеваторы бар.
Дмитрий Патрушев хужалыҡ проекты менән танышты. Әле бында ужым бойҙайын сәсеүгә әҙерләү башҡарыла.
Эшселәр ҡулына көрәк эләкмәй. Ауыр ҡул хеҙмәтенән- юғары технологияларға күсеү тәү сиратта хеҙмәт хәүефһеҙлеген тәьмин итә.
Уңыш ауыл хужалығы предприятиеһының Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы, Стәрлетамаҡ һәм Ғафури райондарында 122 мең гектар сәсеүлектәре бар. Орлоҡ етештереү әле предприятиеның үҙ ихтыяжы өсөн булһа, киләсәктә уны һатыу планда.
Хужалыҡ баҫыуҙарында культураларҙың Рәсәйҙә сығарылған сорттары сәселә, илдең 8 институты менән эшмәкәрлек алып барыла. Ужым бойҙайы иһә Башҡортостан селекционерҙарыныҡы. Импортты алмаштырыу йәһәтенән республикала 54 орлоҡсолоҡ хужалығында 11 культура үҫтерелә, ул республиканан тыш ил төбәктәренә лә оҙатыла.
Рәмилә Исмәғилева