Һуңғы өс аҙнала Башҡортостан юлдарында 52 кешенең ғүмере өҙөлгән

Фажиғәләрҙе кәметеү, аварияларҙы иҫкәртеү мәсьәләре Республика йортонда үткән ведомство-ара комиссия ултырышында ҡаралды.Белгестәр төбәктә транспорт инфраструктураһын камиллаштырыу буйынса ике йылға иҫәпләнгән маҡсатлы программа төҙөү кәрәклеген билдәләне. Уға ярашлы, видеокүҙәтеү ҡоролмалары һанын арттырыу, транспорт сараларына рөхсәт ителгән тиҙлекте көйләү, Юл хәрәкәте  хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының рейдтарын йышайтыу күҙаллана. Һауа шарттары боҙолоп, трассала ҡатмарлыҡтар булғанда, граждандарҙың телефонына иҫкәртеү ебәреү бурысы ҡуйылды.