Бөгөн республика хөкүмәтендә "Башкиравтодор" компанияһын үҫтереү мөмкинлеге ҡаралды

  Ултырышты  Премьер-министр  Андрей  Назаров  алып барҙы. - "Башкиравтодор" юл  тармағы өсөн мөһим компания. Ул  24 мең километрға  яҡын юлда  эштәр алып бара.  Бөгөн  предприятие  дөйөм суммаһы  11 миллиард  900 миллион  һумлыҡ  дәүләт контракттары  буйынса  хеҙмәттәр алып бара, - тип  белдерҙе  хөкүмәт рәйесе.  "Башкиравтодор" капиталының 60 проценттан ашыуы  Башҡортостан  ҡарамағында.