Башҡортостан башлығы министрлыҡ һәм ведомстволарға Федераль яза башҡарыу хеҙмәте тауарҙары һәм хеҙмәттәренә заказ биреү тәртибен билдәләргә ҡушты.
Республика йортонда Радий Хәбиров Федераль ведомство етәксеһе Аркадий Гостев менән осрашты. Ул республика етәкселегенең холоҡ төҙәтеү үҙәктәрен асыу маҡсатында башҡарған эшенә юғары баһа бирҙе. Президент күрһәтмәһе буйынса һәр төбәктә енәйәт яуаплылығына тарттырылғандар өсөн яңы 400 хеҙмәт урыны булдырылырға тейеш.
Аркадий Гостев әйтеүенсә, быйыл яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығына ҡараған предприятиеларҙа етештерелгән тауар һәм күрһәтелгән хеҙмәттәр артҡан. Ул былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, яҡынса 29 процентҡа күберәк. Төрмәлә ултырған кешеләр өсөн социаль яраҡлашыу мөһим, тине Радий Хәбиров.