Башҡортостан башлығы Доставалов батальоны яугирҙарының хәлен белеште

– Был батальонды ла, Шайморатов исемендәге батальонды ла хәрби командирҙары маҡтай. Ғорурланам! Башҡорттар һәр ваҡыт көслө һәм ҡыйыу булды. Тыуған илгә лайыҡлы хеҙмәт итегеҙ! Ә беҙ тылды һаҡларбыҙ, – тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан башлығы шулай уҡ батальон хәрбиҙәренә боронғо башҡорт ҡалҡанын хәтерләткән талисман бүләк итте. Бер аҙна элек ул ошо уҡ бетеүҙәрҙе Шайморатов батальонында ла таратҡайны. Башҡортостан егеттәренән тупланған берәмектәр етди әҙерлек үтә. Шарттар яу ҡырына яҡынайтылған.

Уҡыуҙар барышында файҙаланылған ҡорал һәм техника менән улар артабан махсус хәрби операция  үткән урынға юллана. Башҡортостан батальондары яҡшы йыһазландырылған, сифатлы кейем менән тәьмин ителгән. Хәрби часть етәкселеге батальондарға хәстәрлекле ҡараш өсөн республика башлығына рәхмәт белдерә.