Унда ведомствоның эшендә юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән хеҙмәткәрҙәрҙән тыш, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, ирекмәнлектән дә баш тартмаған белгестәр ҡатнаша.
Яза башҡарыу системаһында 35 йәшкә тиклемге хеҙмәткәрҙәр һаны 70 меңдән ашыу. Был барлыҡ персоналдың өсөтән бер өлөшө тигән һүҙ. Форумды рәсми асыу тантанаһында Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай һәм Дәүләт Думаһы вәкилдәре ҡатнашты. Йәш белгестәргә тәбрикләү телмәре менән ведомство етәксеһе, генерал-полковник Аркадий Гостев сығыш яһаны.
Йәш белгестәрҙең форумға ҙур башланғыстар менән килгән. Проекттар башлыса экология, уңайлы ҡала мөхитен булдырыу, йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү мәсьәләренә арнала. Федераль яза башҡарыу хеҙмәтендә төрлө йүнәлеш буйынса 500-ҙән ашыу ижади коллектив эшләп килә.
Коллектив сабыйҙар йорттары, социаль реабилитация үҙәктәрен шефлыҡҡа алған. Өфөләге форум 3 көн дауам итә. Уның барышында пеницитар ситемаға белгестәр әҙерләү буйынса түңәрәк өҫтәлдәр, асыҡ лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре һәм файҙалы тренингтар уҙғарыу ҡаралған.