Был юлдан Өфө йылғаһы аръяғында урынлашҡан ҡала яны биҫтәләрендә йәшәүселәр балаларын белем усаҡтарына илтә һәм алып ҡайта. 1 сентябрҙән транспорт ағымы бермә-бер артыр, тип фаразлана. Әле иһә ата-әсәләр яңы уҡыу йылына әҙерлек менән мәшғүл.
Быйыл мәктәп тауарҙарының хаҡы яҡынса 20 процентҡа артҡан. Яңы уҡыу йылына әҙерлек өсөн кәмендә 20 мең һум аҡса талалап ителә. Шулай ҙа һәр ғаилә үҙенең финанс мөмкинлектәренән сығып эш итә. Ата-әсәләрҙең уңайлығы өсөн республиканың төрлө район-ҡалаларында мәктәп йәрминкәләре эшләй башланы.
Уларҙа төрлө кәнсә тауарҙары, алмаш аяҡ кейеме, мәктәп формаһы һатып алырға мөмкин. Өфөлә генә махсуслашҡан 54 сауҙа урыны эшләй. Мәктәп тауарҙарына ҡытлыҡ юҡ.
Флорида Ким