Ауыл эшсәндәре ужым һәм иртә өлгөрөүсе культураларҙан мул уңыш алырға өмөтләнә. Ураҡ хеҙмәт геройы Риза Яхиндың улы Рәшит Яхин етәкләгән фермер хужалығы баҫыуҙарында ла ҡыҙа бара. Баймаҡ игенселәре менән БЮТ хәбәрселәре лә осрашты.
Туҡ башаҡтар, комбайндар тауышы һәм алтын арыш тауы. Урындағы хужалыҡтарҙы быйылғы йыл үҙенең мул уңышы менән ҡыуандыра. Ер эшселәре һәр гектарҙан кәмендә егерме центнер иген йыйып алырға ниәтләй. Һуңғы йылдарҙағы ҡоролоҡтан һуң, был – яҡшы күрһәткес.
Рәшит Яхин хужалығы эшселәре арпа һуғыуҙы тамамланы. Сиратта – борсаҡ, унан ҡала бойҙай ҙа өлгөрә. Урып-йыйыу эше мәшәкәттәрһеҙ үтмәй. Кәрәк саҡта фермер һәм уның ярҙамсылары техниканы урында һәм тиҙ арала ремонтлап баҫыуға сығырға тырыша. Улар өсөн һәр минут ҡәҙерле.
Йыйылған уңыш тулыһынса Сибай элеваторына оҙатыла. Киләһе миҙгелдә фермер был иген культураһы орлоғон яңыға алмаштырырға ниәтләй. Сөнки яҡшы орлоҡ – мул уңыш нигеҙе. Шулай уҡ юғары төшөмгә яҙғы баҫыу эштәрен дә сифатлы башҡарып сығыу мөһим.
Баймаҡ районында тәүгеләрҙән булып урып-йыйыу эшенә шулай уҡ фермер Сергей Касьянов менән Ленин исемендәге кооператив төштө. Яҡын арала ураҡ кампанияһына башҡа хужалыҡтар ҙа ҡушылырға әҙер.
Әлфиә Хәмитова