Башҡортостанда урман тергеүҙеү эшендә яңы ысул үҙләштерелә

Үҫентеләр ябыулы тамыр системаһы, йәғни үҙе үҫкән тупрағы менән бергә күсереп ултыртыла. Бының өсөн урман хужалыҡтарында 56 йылытма бар, быйыл яҙ 24 теплица төҙөлгән. Яңы системаға Иглин урман хужалығында ла уңышлы ҡулланыла. БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева яҙмаһы.

Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре ағас орлоҡтарын урманда тубырсыҡтарҙан үҙе йыя. Был орлоҡтар – буласаҡ ҡарағай ағастары. Тәүҙә ул урман- орлоҡ станцияһына һынарға тапшырыла. Һуңынан ғына тупраҡҡа төшә. Быйыл ҡарағай үҫентеләрен икенсе тапҡыр сәсергә тура килгән. Сөнки тәүге сыҡҡандарын турғайҙар ашаған. Был юлы урмансылар уны япма менән ҡаплаған. Ә бына шыршы үҫентеләре шул килеш, уларға ҡоштар теймәгән.

Иглин урмансылары 6 мең себер шыршыһы һәм 7 мең тирәһе ҡарағай үҫентеләре сәскән. Уларҙы ҡарап тәрбиәләп һыу һибеп торалар.  Ябыулы тамыр системаһы- үҫентене үҙе үҫкән тупраҡ менән күсереү. Был ысул ағастың ерегеүенә 100 процент гарантия , ти белгестәр. 

Урмандарҙы ябыулы тамыр системаһы менән үҫтерелегән ағастар ярҙамында терегеҙеү приказға ярашлы башҡарыла. Был отошло. Гектарына бындай үҫенте 2 мең төп ултыртылһа, асыҡ тамыр системаһы менән 4 мең үҫенте кәрәк. 

Елена Теплова, Иглин урман хужалығы директоры урынбаҫары

Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре үҫентеләргә ҡышларға урын әҙерләй. Теплицаны улар үҙ ҡулдары менән яһай.

Ылыҫлы ағастар Иглин районында яҙ һайын 60 гектар майҙанда ултыртыла. Ведомство мәғлүмәте буйынса, республикала йылына 50 миллион төп үҫенте үрсетелә, был урман хужалыҡтары һәм арендаторҙар өсөн етерлек күләм. 

Рәмилә Исмәғилева