Тейешле указға республика башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған. Бер тапҡыр бирелә торған 100 мең һумлыҡ түләүгә тәрбиәгә бала алыусылар дәғүә итә ала. Ғаиләгә кәмендә 7 бала алыныуы төп шарт. Дәүләт ярҙамы шулай уҡ өс һәм унан күберәк инвалид бала йәки ете етем баланы уллыҡҡа алыусыларға тапшырыла.