Йәмәғәт эшмәкәрҙәре Дәүләт Думаһы депутаты Мария Будина менән осрашып урамда йәшәүселәр өсөн ярҙам үҙәктәре ойоштороу мәсьәләһе буйынса фекер алышты.
Белгестәр Өфөлә «Аҡтау» үҙәге проекты тәжрибәһен миҫал булараҡ ҡараны. Социаль яраҡлаштырыу үҙәге сәй, таҙа кейем тәҡдим ителгән пунктты грант ярҙамында асҡан. Йыл дауамында йылытыу пунктында меңдән ашыу асарбаҡҡа ярҙам ителгән.