Ҡала һәм район мәктәптәре ремонт эштәрен тамамлап,уҡыусыларҙы ҡабул итергә йыйына. Мәғариф учреждениеларының әҙерлеге менән БЮТ ижади төркөмө танышты.
Таулыҡай төп дөйөм белем биреү мәктәбенә Сыңғыҙ һәм Буранбай ауылдары белем усаҡтары ҡарай. Барлығы 160 уҡыусы уҡый. Яңы уҡыу йылында белем биреүҙе уңайлы һәм хәүефһеҙ итеп ойоштороу маҡсатында, мәктәптәрҙә косметик ремонт башҡарыла, янғындан һаҡланыу, вирус инфекцияһын таратмау өсөн барлыҡ саралар еренә еткереп үтәлә.
1-се Этҡол ауылының Батыр Юлыев исемендәге урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусыларҙы ҡабул итергә тулыһынса әҙер. Янғын, юл хәүефһеҙлеге, наркопост буйынса мөйөштәр булдырыла, мәктәп яны биләмәһендә юл һыҙаттары яңыртыла. Шулай уҡ мәктәпкәсә белем биреү төркөмө лә төҙөкләндерелә.
Белем усағы – балаларҙың икенсе йорто. Уҡыу процесында уларҙың хәүефһеҙлеге мәктәп иңендә. Уҡыу йортоноң тейешле талаптарға тура килеүе шарт. Ошо йәһәттән ведомство-ара комиссия яңы укыу алдынан мәктәптәрҙең әҙерлеген тикшерә.
Быйылғы уҡыу йылында районда ете йөҙҙән ашыу бала тәүге тапҡыр мәктәп ишеген асасаҡ. Барлығы 8217 уҡыусы парта артына ултырасаҡ. Оҙайлы йәйге каникулдан һуң класташтарын,уҡытыусыларын һағынып барған балаларҙы тыуған мәктәптәре йылы мөхиттә ҡаршы алырға әҙер!
Альбина Байегетова