Республикала «Бала саҡты ҡайтарып» фестиваленең төбәк этабы тамамланды

Спорт йүнәләшендәге саралар Бөрө районындағы йәйге лагерҙарҙың береһендә ойошторолдо. Волга буйы федераль округы бәйгеһе өсөнсө йыл рәттән Башҡортостан ерлегендә үтә. Сарала балалар йорттары тәрбиәләнәүселәре һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар ҡатнаша. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина яҙмаһында.

Йолаға ярашлы, командалар бер-береһен сәләмләүҙән башлай. Ярыш рухы профессиональ спорттағыса көсөргәнешле. Майҙанда Өфө һәм Стәрлетамаҡ балалар йорттары тәрбиәләнеүселәре көс һынаша. Командаларға фестивалдең иң көслө йәш футболсылары тупланған. Улар араһында 16 йәшлек Герман Макеев та бар. Футбол менән 5 йәштән шөғөлләнһә лә, тормошон ул башҡа спортҡа бағышламаҡсы.

Ҡапҡасы - команда йөрәге. Динар Фаршатов көн һайын тиерлек күнекмәләр үтә. Кумиры – легендар совет ҡапҡасыһы Лев Яшин. «Ҡара ҡаплан» кимәленә етеү – үҫмерҙең яҡты хыялы. 

Көйәрмәндәр ҡеүәтләндереүе һөҙөмтәле булды. 2:1 иҫәбе менән Өфө командаһы алға сыҡты. Турнир «Бала саҡты ҡайтарып» фестивале сиктәрендә үтте. Шул уҡ ваҡытта волейбол буйынса ярыштарҙа ла республиканың төрлө балалар йорттарынан 12 команда көс һынашҡан. Спартакиада ике көн дауамында «Соколенок» лагерында үткән.

Волейбол спартакиада йүнәлештәренең тик береһе генә. Фестивалдә ҡатнашыусылар тағы ла сатраш, теннис һәм башҡа спорт төрҙәре буйынса көс һынашҡан. Үҫмерҙәрҙең иң-иңдәре Волга буйы округы ярыштарында республика данын яҡлаясаҡ.

Спартакиадала ҡатнашыусыларҙы һәм еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы лагерҙың төп майҙанында үтте. Малай-ҡыҙҙарға дипломдар һәм бүләккә спорт йыһаздары тапшырылды.

«Бала саҡты ҡайтарып» фестивале балалар йорттарын тәрбиәләнеүселәрен социалләштереү маҡсатында ойошторола. Сарала малай-ҡыҙҙар ижади, интеллектуаль, кулинар бәйгеләрҙә лә ҡатнаша. Спартакиаданың округ ярыштары 14 сентябрҙә старт ала.

Рәзилә Ғиниәтуллина