Өфөнөң 10-сы моделле китапханаһында «Йөҙҙәр» исемле һынлы сәнғәт күргәҙмәһе эш башланы

Сара хеҙмәттәшебеҙ, Рәсәй акварелистары һәм Журналистар берлеге ағзаһы Татьяна Краснова башланғысында ойошторолдо. Экспозиция донъя сәнғәтенең иң боронғо жанрҙарының береһе тураһында һөйләү, уның нескәлеген ижади эштәр аша аңлатыу маҡсатында ҡоролған.

Хеҙмәттәшебеҙ тиҫтә йылдан ашыу һынлы сәнғәт студияһында уҡыу-уҡытыу менән шөғөлләнә. Күргәҙмәҙгә сығарылған картиналар ярты йыллыҡ эш һөҙөмтәһе булып тора.