Өфө дәүләт авиация техник университеты Донбасстан килгән уҡыусыларҙың икенсе сменаһын ҡабул итте

Ун көнгә иҫәпләнгән «Университет сменаһы» лагеры бай йөкмәткеле программа тәҡдим итә. Өфөнөң иҫтәлекле урындары буйлап экскурсия, Ағиҙелдә теплоходта йөрөү, спорт уйындары һәм башҡалар.

Бөгөн балалар лекциялар тыңланы, юғары уҡыу йорто алдындағы самолет янынан йыһангирҙәр менән тура радиобәйләнешкә сыҡты.

Техникалар төҙөлөшөн малайҙар ҡыҙыҡһынып күҙәтә. Айырыуса ярыш болидтарын проектлау, юғары уҡыу йорто студенттары үҙҙәре уйлап тапҡан моделдәр һоҡландыра. Донбасстан килгән уҡыусылар өсөн Өфө дәүләт авиация техник университетында һәр көн фәһем алырлыҡ программа ҡаралған.

Смена тамамланғанда һәр уҡыусыға «Аэрокосмос мәктәбе»н тамамлауы тураһында сертификат тапшырыласаҡ.

Кисә ҡала буйлап йөрөнөк. Һәйкәлдәр матур. Бөгөн лекциялар тыңлайбыҙ. техникаларҙың төҙөлөшөн ҡарайбыҙ. Мәктәпте бөткәс, мин бында уҡыр инем.

Богдан Бровкин, лагерҙа ял итеүсе

Балалар университет ятаҡтарында йәшәй. Тәүге көндө баш ҡала буйлап экскурсиянан һуң уларҙы сәләмләү байрамы уҙғарылды. 

Беҙ Рәсәйҙең 40 юғары уҡыу йорто араһында «Университет сменаһы» программаһында ҡатнашабыҙ. Был инде икенсе смена. Ике аҙна элек 100 бала беҙҙә булып ҡайтып китте. Беҙҙең университетта сентябрҙән Донецк университеты студенттары ла белем аласаҡ.

Сергей Новиков, Өфө дәүләт авиация техник университеты ректоры

Халыҡ ара йыһан станцияһы менән радио бәйләнеш ойошторолдо. Балалар йыһангирҙәргә үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирә алды.

Мин башҡорт балы тураһында ишеткәнем бар ине. Шуға килдем. Һеҙҙә ҙур йылғалар бар икән. Ҡала бик матур, юлдарығыҙ төҙөк, бөтәһе лә оҡшай, мин бында йәшәр инем.

Дмитрий Тума, лагерҙа ял итеүсе

Илдәге хәлдәр йәш быуындың үҫешенә, белем алыуына ҡамасауламаҫҡа тейеш. Был йәһәттән Башҡортостан Донбасстан килеүселәргә лайыҡлы ярҙам күрһәтә.

Рәмилә Исмәғилева