Радий Хәбиров Волга буйы округы медиарейтингында июль һөҙөмтәләре буйынса беренсе урын алды

  Мәғлүмәт сараларында   Республика  Башлығы  эшмәкәрлегенә ҡағылышлы  10 меңдән ашыу  хәбәр урынлаштырылған. Икенсе-өсөнсө  урындарҙы  Татарстан һәм  Түбәнге  Новгород өлкәләре  башлыҡтары  алған. "Медиалогия" эксперттары Баймаҡ  районында  "Башҡорт аты" фестивален,  Башҡортостандың  Екатеринбургта "Иннопром" фестивалендә  лайыҡлы  ҡатнашыуын,  Абхазия  делегацияһының Өфөгә  килеүен  баһалаған.