Башҡортостанда «Экологик эштәр аҙналығы» бара

Сара сиктәрендә халыҡ күпләп ял иткән урындарҙа, һыу ятҡылыҡтары яр буйҙарында һәм төп туристик маршруттарҙа өмәләр ойошторола. Благовещен ҡалаһы халҡы ла был акцияға дәррәү ҡушылып, буласаҡ аллея биләмәһен тәртипкә килтерҙе.

Биләмәлә йыйылған ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтар икенсел эшкәртеүгә ебәрелде. Тирә-яҡҡа һаҡсыл ҡараш тәрбиәләүсе аҙналыҡ тураһында БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Благовещен ҡалаһының Ағиҙел йылғаһы ярында экологик өмә. Урындағы хакимиәт етәкселеге сәнәғәт предприятиелары, мәғариф, мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре менән берлектә биләмәне ҡороған ағастарҙан һәм ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарҙан таҙартырға сыҡты. Эш күләме ҙур.

Айырыуса йәйге осорҙа һыу ятҡылыҡтары, урман янындағы биләмә сүп-сарға күмелә. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарынан ҙур өйөмдәр хасил була. Улар үҙ сиратында тирә-яҡҡа зыян килтереп, янғын хәүефен арттыра.  Экологик өмәлә ҡатнашыусылар билдәләүенсә, участкала йылдар буйы ҡабатланған тәртипһеҙлек - тәбиғәткә ҡарата битарафлыҡ эҙемтәһе.

Благовещенда йәшәүселәр өмәне республикала иғлан ителгән «Экология эштәре аҙналығы» сиктәрендә уҙғарҙы. Биләмә тулыһынса сүп-сарҙан таҙартылғандан һуң, бында аллея ойоштороу ҡаралған. Ул 19-сы быуатта урындағы арматура заводы менән идара иткән Дашковтар исемен йөрөтәсәк. Экологик акция сиктәрендә йыйылған ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарына килгәндә, улар икенсел эшкәртеүгә ебәрелә.

Бер сәғәт эсендә икенсе йөк машинаһын оҙаттыҡ. Пэт-һауыттарҙы эшкәртеүсе предприятие менән килешеү төҙөлдө, был төр ҡалдыҡтар икенсел сеймалға ҡабул ителәсәк. Шуны ла билдәләп үтер инем, ҡала биләмәһендә урынлашҡан барлыҡ сәнәғәт компаниялары ла экология мәсьәләһенә ҙур иғтибар бүлә.

Сергей Завгородний, Благовещен ҡалаһы хакимиәте башлығы

«Экология эштәре аҙналығы»ның төп маҡсаты – халыҡта тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл ҡараш булдырып, экология мәҙәниәтен арттырыу. Сара сиктәрендә муниципалитеттар, волонтерҙар, йәмәғәт ойошмалары рөхсәт ителмәгән урындарҙа хасил булған сүп сар өйөмдәрен асыҡлай һәм бар мәғлүмәтте төбәк операторына тапшыра.

Был – Өфө районы биләмәһе. Махсус полигонға тиклем ярты саҡрым ғына ара ҡалған. Күрәһең, ҡайһы берәүҙәр юл ситендә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын ауҙарып китеүҙе отошлораҡ тип һанай. Һөҙөмтәлә аҙым һайын тиерлек бәләкәй сүп өйөмдәре. Бөтә Рәсәй Халыҡ фронты ағзалары экологтар менән берлектә мониторинг эшен дауам итә.

Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарҙы йыйыусы махсус ойошмаларҙың йылдан-йыл артыуы күҙәтелә. Пластик һауыттар булһынмы, картонмы өйгә килеп, ишектән тиерлек алып китергә, аҡсаһын да түләргә әҙерҙәр. Һәр ихата алдында тиерлек сүп-сарҙы айырып йыйыу өсөн махсус контейнерҙар ҙа ҡуйылған. Барыһы ла экологик мәҙәниәтте күтәреүгә йүнәлтелгән.

Гөлназ Хәйбуллина