Ике көн дауамында барасаҡ сара республика район-ҡалаларынан 20 ҡатнашыусыны бергә йыйҙы. Ул үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы форматында ҡоролған. Форум ҡатнашыусылары үҙ төбәктәрендә тормошҡа ашырылған социаль әһәмиәтле проекттары менән сығыш яһасаҡ.
Башҡортостандың гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды башланғысында ойошторолған сарала республика, йә федераль гранттарҙа ҡатнашыу мөмкинлеген дә бирә. Һуңғы йылдарҙа Урындағы башлағыстарҙы яҡлау программаһы мәҫәлән, халыҡтың иң әүҙем ҡушылған сараларҙың береһе. Проект талаптары ла үҫешкән һайын үҙгәрә бара.