«Нефаз» заводы Башҡортостан өсөн 63 ҙур класлы автобус йыйыуҙы тамамлай. Уларҙы Өфө һәм Өфө агломерацияның иң көсөргәнешле маршруттарына сығарыу ҡарала.
Машиналарҙың бер өлөшө урта класлы автобустарға алмашҡа килә, ә уларын артабан республика район-ҡалаларында ҡулланыу планлаштырыла. Башҡортостан башлығы билдәләүенсә, һуңғы өс йылда республика 950 яңы автобус һатып алған.
Улар урамдарҙы «Пазиктарҙан» таҙартырға мөмкинлек биргән. Был эш дәүләт һәм шәхси пассажир йөрөтөүселәрҙең автопаркын яңыртыуға этәргес бирә тип билдәләгән Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәге яҙмаһында.