Берәүҙәрендә капиталь ремонт эштәре тамалау алдында булһа, икенселәрен мәктәптәрҙе ҡабул итеүсе комиссиялар тикшерә. Ишембай районында быйыл алты белем усағы мәктәптәрҙе модернизациялау федераль программаһы сиктәрендә төҙөкләндерелә.
Биналар комплекслы реконструкция ғына түгел, матди-техник яңырыу ҙа кисерә. Ә бына Өфөнөң Дим районында белем усаҡтарын хәүефһеҙлек талаптарына тикшерәләр. Барыһы тураһында ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
«Мәғарифтың мәктәп системаһын модернизациялау» федераль прораммаһына ярашлы Көҙән ауылы мәктәбендә лә эштәр ҡайнай. Белем усағында капиталь ремонт апрель айында башлана. Ошо ваҡыт эсендә стена, түшәмдәр тигеҙләнгән, һыу үткәргес торбалар, канализация, йылылыҡ селтәрҙәре яңыртылған. Шулай уҡ мәғариф учреждениеһына яңы йыһаздар һатып алынған. Әле буяу эштәре йылдам бара.
Көҙән ауылы мәктәбенең тәүге бинаһы 1967 йылда төҙөлгән. Шулай уҡ 1995 йылда ике ҡатлы корпус сафҡа инә. 11 йыллыҡ белем усағы менән күршеләш балалар баҡсаһы урынлашҡан.
Иғтибар үҙгендә – физика һәм химия кабинеттары. Тап бында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренең теүәл үтәлешен тикшереү мөһим. Тиҙ янып китеүсе шыйыҡсалар урыны, ут һүндергестәр, розеткалар ҡарала. Өфөнөң Дим районында мәктәптәрҙе яңы уҡыу йылына ҡабул итеү башланды. Тикшереү комиссияһы 161-се лицейҙа ла булды, быйыл бында 305 малай-ҡыҙ беренсе класҡа барасаҡ.
Мәктәптәрҙе ҡабул итеү комиссияһы белем усаҡтарын ентекле тикшерә. Хеҙмәт именлеге һәм терроризмға ҡаршы хәүефһеҙлек, санитар нормалар теүәл үтәлергә тейеш. Уҡыу кластары, тамаша һәм спорт залы, ашхананың әҙерлеге, биләмәнең төҙөклөгөлә ҡарала.
Комиссияға Өфөнөң Дим районындағы 8 мәктәпте, 16 балалар баҡсаһын һәм ике өҫтәмә белем биреү учреждениеһын тикшереү маҡсаты ҡуйылған.
Әлфинә Килдейәрова