Алдынғы төҙөүселәр тәбрикләнде

Хөкүмәт йортонда дәүләт наградаларын Башҡортостан хөкүмәте премьер- министры урынбаҫары Алан Марзаев тапшырҙы.

Оҙаҡ йылдар төбәктең төҙөлөш тармағында эшләүселәрҙең абруйлы хеҙмәте Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы, Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы, Башҡортостан Хөкүмәте Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары менән баһаланды.

Рәмилә Исмәғилева