Баш ҡаланың йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге Ҡариҙел ярында «Йәшел өмә» ойошторҙо

«Таҙа яр буйы» бөтә Рәсәй аҙналығына Киров районы торлаҡ-коммуналь хухалыҡ хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр, мәктәп уҡыусылары ҡушылды. Яҡынса егермеләгән кешенән торған төркөм иртәнге сәғәттәрҙән алып Ташкисеү күпере тирәһендә эшләне.

Улар халыҡ күпләп ял иткән урындарҙы сүп-сар һәм аҙыҡ-түлек ҡалдыҡтарынан таҙартты. Өмәселәрҙе полиэтилен тоҡ, бирсәткәләр менән Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы тәьмин итте.

«Йәшел өмә»гә килеүселәр тирә-яҡ мөхитте таҙартыуға арналған гражданлыҡ акцияһында йыл һайын ҡатнаша. Әлеге сара барышында ла ни бары ике сәғәт эсендә 106 тоҡ сүп-сар йыйылды һәм Черкассы көнкүреш ҡалдыҡтары полигонына оҙатылды. Ҡариҙел йылғаһы ярын йыйыштырыуҙы ойоштороусылар ял итеүселәрҙе тәртип һәм таҙалыҡ һаҡларға өндәне.

Гүзәл Борханова