Палеонтология ҡомартҡыһына ул Ҡариҙел йылғаһы буйында юлыға. Ғалимдар уны мамонттың дүрт сәйнәү тешенең берәүһе булыуын билдәләй. Яҡшы һаҡланған ҡомартҡы тамырлы булыуы менән ҡиммәтле. Тештең ауырлығы яҡынса 3-4 килограмм, оҙонлоғо – 35 сантиметр.
Белгестәр фаразлауынса, майҙанда боронғо хайуандың башҡа һөйәктәре лә ятыуы мөмкин. Тик теш ҡойолоп төшөп ҡалған тигән фекерҙе ла инҡар итергә ярамай, сөнки мамонттарҙың теше уның ғүмеренә 5-6 тапҡыр алмашына алған.
Теш материалы мамонттың йәше, енесе, йәшәү ваҡытын һәм урынын билдәләргә мөмкинлек бирәсәк. Тикшереү менән Башҡортостандың Милли музейы белгестәре шөғөлләнәсәк.
Рәзилә Ғиниәтуллина