Уның барышында үҫемлекселек, малсылыҡ, кондитер эшмәкәрлеге буйынса оҫталыҡ дәрестәр булды. Балалар алдынғы предприятиеларға барҙы. Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, бындай сменалар даими буласаҡ. Мәктәп балаларының ауыл хужалығы менән яҡындан танышыу мөмкинлеге бар. Сменала 51 бала ял итте.