Луганск халыҡ республикаһының Красный Луч ҡалаһында 29-сы мәктәп Башҡортостандан Советтар Союзы Геройы Сафа Хәсәнов исемен йөрөтәсәк. Исем биреү тантанаһы 1 сентябрҙә була. Был турала мәктәп директоры Елена Борзых белдерҙе. Сафа Хәсәнов 1916 йылда Стәрлебаш районы Өмөтбай ауылында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышында 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы менән Донбасс өсөн алыштарҙа ҡатнаша. Ул 1973 йылда вафат була, Елембәт ауылында ерләнгән.