Мәләүез ит комбинаты базаһында яңы консерва цехы төҙөләсәк. Күләмле проектты тормошҡа ашырыуға йөҙ миллион һум йүнәлтелә. Хөкүмәт йортонда үткән «Инвестиция сәғәте»ндә холдингҡа технологик ҡорамалдар һатып алыу буйынса республиканан ярҙам саралары ҡабул ителде.
Радий Хәбиров билдәләүенсә, төбәктә агросәнәғәт комплексы ныҡлы үҫешкән. Төп маҡсат – ауыл хужалығы продукцияһын етештереү күләме буйынса алдынғы төбәктәр исемлегенә инеү. Ултырышта Мәләүез районында үҫемлекселек буйынса проект та ҡаралды.
«Хлебодаровка» крәҫтиән-фермер хужалығы етәкселеге ҡулланыуҙа булмаған ер участкаларын әйләнешкә алып, юғары уңдырышлы культуралар менән шөғөлләнергә йыйына. 55 яңы эш урыны булдырыу ҡаралған. Республиканың инвестиция комитеты тарафынан башланғыс өҫтөнлөклө проекттар исемлегенә индерелде.
«Алға» махсус иҡтисади зонаһында тағы ла бер резидент барлыҡҡа киләсәк. Биләмәлә күп тармаҡлы ғилми-етештереү химия комплексы төҙөлөшө планлаштырылған. Ошо маҡсатта Башҡортостандың үҫеш корпорацияһы менән берлектә инвесторға ер участкаһы һайлап алынған. «Өфө-Хим» компанияһы күләмле проектты тормошҡа ашырыуға преференциялар аласаҡ.
«Инвестиция сәғәте»ндә Ҡыйғы районында ял базаһы төҙөлөшө барышы менән дә таныштырҙылар. «Медвежий угол» компанияһы Ҡолбаҡ ауылында ер участкаһын һатып алған, биләмәлә ҡунаҡхана, һауыҡтырыу комплексы һәм кемпинг майҙансығы асыу күҙаллана. Инвесторға инженер селтәрҙәр һалыуға киткән сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау буйынса ярҙам күрһәтеләсәк.
Гөлназ Хәйбуллина