Өфөлә йылылыҡ селтәрҙәре яңыртыла

Өфөлә Черниковка биҫтәһендә Ломоносов һәм Кремль урамдары киҫелешендә күп ҡатлы йорттар һалыныуға бәйле яңы йылылыҡ магистрале төҙөлә. Төҙөкләндереү йылытыу миҙгеленә тиклем тамамланырмы? БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева асыҡланы. 

Энә күҙәүендәй ҙә йөй ҡалырға тейеш түгел. Ер аҫтынан үтеүсе торбалар менән эш итеү юғары оҫталыҡ талап итә. Июль башынан бирле байтаҡ эш башҡарылған.

Уҙған быуаттың 60-сы йылдарында һалынған торбалар ҙурыраҡ диаметрлы торбаларға алыштырыла. Полиуретан материалдан эшләнгәне ҡоросҡа ҡарағанда отошло, ти белгестәр. Файҙаланыу ваҡыты оҙағыраҡ – 30 йылдан да кәм түгел. Йылыны юғалтыу кимәле лә аҙыраҡ.

68 объектты тәьмин итеүсе магистраль 1957 йылда сафҡа ингән һәм 90-сы йылдарҙа капиталь ремонт үткәрелгән. Ул күп ҡатлы йорттар төҙөүгә бәйле яңыртыла. 

Көндәрҙең ҡоро тороуы хеҙмәткәрҙәргә ҡулай. Сентябрь аҙағына саҡлы йылылыҡ селтәрен реконструкциялауҙы тамамлау ҡаралған.

Рәмилә Исмәғилева