Ул Украинала хәрби операция барышында һәләк булған. Хушлашыу сараһында Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Ул герой һалдаттың әсәһенә Шайморатов орденын тапшырҙы. Александр Радченко 1982 йылда Коми республикаһында тыуа. Ишембайҙа йәшәй. Армияла хеҙмәт иткәндән һуң контракт төҙөй. Хәрби хәрәкәттәр ветераны була, Кавказда тәртип урынлаштырыуҙа ҡатнаша.