Республика етәкселеге «Геройҙар уҙышы» һынауын үтте

Ҡаршылыҡтар һыҙатына барлыҡ район һәм ҡала хакимиәттәре, министрлыҡтар һәм Башҡортостан башлығы хакимиәте лә сыҡты. Был – Рәсәй өсөн дә үҙенсәлекле тәжрибә. «Геройҙар уҙышы» трассаһын дәүләт власы органдары хеҙмәткәрҙәре тәүге тапҡыр Башҡортостанда үтте. Ярышта барлығы 110 команда ҡатнашты.

Костюм галстуктарһыҙ ҡайһы бер ҡатнашыусыларҙы танырлыҡ та түгел. Ә инде йөҙө менән батҡаҡҡа ҡапланһалар түрә, тип уйламаҫһың да. Геройҙар уҙышы трассаһында барыһы ла бер тигеҙ. Береһе лә бер кемде һаҙлыҡҡа батырырға теләмәй, киреһенсә, етәксеһе лә, ябай белгесе лә бер-береһен ҡулда ғына күтәреп йөрөтә.

Дөрөҫ, «Геройҙар уҙышы» тулыһынса спорт түгел, бер үк ваҡытта рух, сәм, берҙәмлекте һынау трассаһы. Әгәр спортта һәр кем үҙ һөҙөмтәһе өсөн ярышһа, бында иһә командала эшләй белеү сифаты баһалана.

Уҙышта ҡатнашыусыларға ни бары ике саҡрым ғына йүгерергә кәрәк. Әммә эш тиҙлектә түгел. Ошо арауыҡта 17 ҡаршылыҡты үтеү шарт. Юғарынан һыуға һикереү, һаҙлыҡта йөҙөү, торбалар аша үтеү, бейеклектән үрмәләү һәм маршрут һуңында иң ауыры «Эверест» түбәһенә менеү.

Хәл бөтөнләй ҡалмай, әммә алмашҡа оҙаҡҡа етәрлек ыңғай эмоциялар һәм энергия. Был уҙыштан һуң коллектив араһындағы мөнсәбәт тә тулыһынса үҙгәрәсәк, ти ҡатнашыусылар. Әлбиттә, ыңғай яҡҡа.

Ләкин был уҙышта еңеүсе юҡ. Барыһы ла геройҙар. Үҙ-үҙен, ҡурҡыуын, ерәнеүен һәм башҡа бик күп кире сифаттарын еңеп, ыңғай холоҡ өлгөләре үҙләштергән геройҙар.

Айнур Кәбиров