Башҡортостандан Донбассҡа сираттағы гуманитар ылау оҙатылды

Йөк автомобилдәренә төҙөлөш материалдары һәм аҙыҡ түлек тейәлгән. Оҙон юлға сығыусыларҙы БЮТ ижади төркөмө оҙатып ҡалды.

Йөк тейәгән 8 машина бөгөн юлға сыҡты. Конвой ҡуҙғалыр алдынан водителдәргә инструктаж уҙғарылды. Ылау Петровское ҡалаһындағы генерал Шайморатов исемен йөрөткән мәктәпкә төҙөлөш материалдары алып бара. Республика белем усағын төҙөкләндереүҙә ҡатнаша.

Йөк автомобилдәре менән икешәр водитель алмашлап идара итә. Оҙон юл өсөн тәжрибәле шоферҙар һайлап алынған. Башҡортостан менән Донбасс араһын бер нисә тапҡыр йөрөп ҡайтҡандар ҙа, тәүгә юлға сығыусылар ҙа бар.

Водитель булып 20 йыл эшләйем. Үҙ һөнәремде, юлда йөрөүҙе яратам. Өсөнсө тапҡыр барам Донбассҡа. Колоннала рация аша һөйләшеп эшләйбеҙ. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы биргән рация ла бар. Теләгебеҙ – тиҙерәк материалдарҙы алып барып еткереү, сөнки 1 сентябрь балалар төҙөк мәктәпкә барырға тейеш.

Роберт Сәләхов, водитель

Ылау 1700 саҡырым юл үтеп, бер тәүлектән һуң барып етәсәк.

Рәмилә Исмәғилева