Сираттағы өмә Нуриман районында биләмәһендә ойошторолдо. Акция халыҡтың экологик мәҙәниәтен арттырыуҙы, һыу объекттары һәм ял итеү майҙандарын сүп-сарҙан таҙартыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Ял миҙгеле эҙемтәләре бында аҙым һайын. Шешәләр, пластик төргөктәр, тәмәке төпсөктәре. Һуңғыһы, әйткәндәй, донъя кимәлендә иң йыш осраған көнкүреш ҡалдығы. Ә быяла шешәләр тәбиғәткә зыян килтереп кенә ҡалмай, янғын хәүефе тыуҙыра.
«Экологик саралар аҙнаһы» сиктәрендә өмәгә Нуриман районы хакимиәте хеҙмәткәрҙәре сыҡты. Бер нисә тиҫтә дәүләт хеҙмәткәрҙәре Һалдыбаш йылғаһын сүп-сарҙын таҙартты. Бер сәғәт тигәндә, ике арба ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары йыйылды.
Экологтар борсолоуы көндән-көн арта: планета пластик ҡалдыҡтар менән тула. Полиэтилен пакет, бер тапҡыр ҡулланылған тстакандарһыҙ заманса тормошто күҙ алдына килтереп булмай һымаҡ. Тик бер минут файҙаланылған йоҡа ғына пластик ер ҡуйынында бер нисә йөҙ йылда ғына сереп бөтә.
Яр буйындағы сүп-сарҙың күп өлөшө йәйге ял итеү миҙгелендә йыйыла. Йылға буйҙарында пластик һәм быяла шешәләр, тәмәке ҡаптары кеүек «байлыҡ» табырға мөмкин. Сүп-сар ташлап китеүселәрҙе экология мәсьәләһе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, борсомай. Тик бына пластикка ғына юҡҡа сығыу өсөн 500 йыл талап ителә.
Йәйге ял итеү миҙгеле әле тамамланмаған. Тимәк, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәбиғәт ҡосағында сүп-сар ҡалдырыу дауам итәсәк. Әммә белгестәр ял итеүселәрҙе намыҫлы булырға саҡыра. Экологик һәләкәткә юл ҡуймайыҡ.
Рәзилә Ғиниәтуллина