Өфөлә балаларҙы спортҡа ылыҡтырыу маҡсатында байрам ойошторолдо

Мәрхәмәтлек фестивале. Өфөлә балаларҙы спортҡа ылыҡтырыу маҡсатында байрам ойошторолдо. Физкультурниктар көнө уңайынан спорт клубтары һәм мәктәптәр берләшеп следж-хоккейҙы үҫтереү өсөн лотерея уйнатты. Оҫталыҡ дәрестәре, конкурстар, концерт менән иҫтәлекле сара тураһында тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Мөмкинлектәре сикләнгән егеттәрҙе берләштергән следж- хоккей клубында өлкәндәрҙән тыш балалар ҙа шөғөлләнә. Тәжрибәле инструкторҙар малайҙарҙы ҡатмарлыҡтарға ҡарамай әүҙем булырға, спортты яратып үҫергә өйрәтә.

Өфөлә слейдж-хоккей клубында уйнау бушлай үтә, әммә ойошмала экипировка һәм уйын ҡорамалдарына һәр саҡ ҡытлыҡ булыуы билдәле. Мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға ярҙам итеү өсөн мәрхәмәтлек фестивале ойошторолдо. Сарала йыйылған аҡса следж-хоккей клубына күсерелергә тейеш.

Ҡашҡаҙан паркында үткән фестиваль майҙансыҡтарында һәр кеше үҙ көсөн һынап ҡарай алды.Кескәйҙәр ниндәй генә һөҙөмтәләр күрһәтһә лә туңдырма һәм башҡа тәм-том менән һыйланды.

Сарала уйнатылған лотереяла еңеүсегә Ҡазанға экскурсияға билдет бүләк итеү, призлы урын яулаусыға гидроскутер ҡаралған. Тәүге тапҡыр ойошторолған «Асыҡ йөрәктәр» мәрхәмәтлек фестивале сағыу концер менән тамаланды.

Флорида Ким