Башҡортостанда М-7 трассаһы реконструкциялана

"Приуралье" юл идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Илеш районының Исәмәт, Үрге Йәркәй, Лаяшты, Ишҡар, Дүртөйлө районының  Әсән ауылдарын урап юл һалына.  Яңы участканың оҙонлоғо  65 километр була.  Ике  күпер һалыу  көтөлә.  Әле  был проект әҙерләнә генә,  төҙөлөш  2025 йылдан һуң башланырға  тейеш.