Өфөнөң «Махсус автохужалыҡ» төбәк операторы баш ҡалала тимер контейнерҙарҙы пластик евроконтейнерҙарға алмаштырыуҙы дауам итә.
Йыл башынан алып предприятие меңдән ашыу дөйөм контейтейнер, сүп-сарҙы төрҙәргә айырып йыйыу өсөн 37 һәм пластик шешәләр өсөн 81 һауыт урынлаштырған. Контейнерҙарҙың был партияһы ла заманлаштырылған. Уларға эре һәм ваҡ сүп-сарҙы айырым йыйғанда асылыу өсөн уңайлы ике ҡапҡас ҡуйылған.
Бынан тыш, контейнерҙар заманса экология нормаларына тап килә, уларҙы файҙаланыу мөҙҙәте тулғас, ҡайтанан эшкәртергә мөмкин. Ихатаға яңы контейнерҙар ҡуйыу өсөн идарасы компания махсус урын әҙерләгә бурыслы. Унан һуң төбәк операторға заявка ҡалдырырға кәрәк. Яңы евроконтейнерҙар Өфөнөң Парк урамы, 6 кәсер 1 йорто ихатаһына ла урынлаштырылды.
Әлфинә Килдейәрова