Рәсәйҙә 10 һәм унан күберәк бала тапҡан ҡатын-ҡыҙҙарға "Герой әсә" исеме бирелә

Уларға  махсус орден һәм миллион һум аҡса  тапшырыла. Ил президенты  Владимир  Путин  ошо турала  Указға  ҡул ҡуйҙы.  "Герой әсә" исеме  СССРҙа  1944 йылда булдырыла.  Был  наградаға  400 меңдән ашыу  ҡатын-ҡыҙ лайыҡ була.  Һуңғы  тапҡыр  орден 1991 йылда  тапшырыла.  Быйыл июндә  Владимир  Путин  был исемде тергеҙергә тәҡдим итте.