Ике яҡташыбыҙға һәләк булғандан һуң Рәсәй Геройы исеме бирелде

Махсус операция барышында күрһәткән батырлыҡтары һәм ҡаһарманлыҡтары өсөн Өфөнән Максим Серафимов менән Әбйәлил районынан Тамерлан Илһамов дәүләт наградаларына лайыҡ булды. «Алтын йондоҙ» миҙалын хәрбиҙәрҙең туғандарына Радий Хәбиров һәм Рәсәйҙең хәрби-йыһан көстәре баш командующийы урынбаҫары, генерал-лейтенант Александр Максимцев тапшырҙы.

Өлкән лейтенант Максим Серафимов 27 февралдә разведка отряды составында дошмандың көсөнән шаҡтай юғары дәрәжәләге ут аҫтына эләгә. Яҡташыбыҙ оло ҡаһарманлыҡ күрһәтеп ун сәғәттән ашыу оборонаны һаҡлай. Сираттағы штурмда гранаталарҙың береһе офицерҙан ике метр алыҫлыҡта төшә. Максим Серафимов хәрби припасты үҙ тәне менән ҡаплай һәм үҙенең иптәштәрен үлемдән аралай.

Гвардия прапорщигы Тамерлан Илһамов та 4 июлдә геройҙарса һәләк була. Яҡташыбыҙҙың ракета атыу шарттарында оҫта ғәмәлдәре, шулай уҡ шәхси состав менән грамоталы етәкселек итеүе һөҙөмтәһендә дошмандың 9 ракетаһы кире ҡағыла. Һуғыш комплектын ҡулланып бөткәс, Тамерлан Илһамов позицияны үҙгәрткән ваҡытҡа ике ракета зенит комплексына эләгә. Прапорщик иптәштәре менән бергә һәләк була. Хәрбиҙәрҙең ҡыйыулығы һәм героизмы подразделениеның шәхси составын һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирә.

Шулай уҡ Башҡортостанда тыуып үҫкән тағы дүрт яҡташыбыҙ үлгәндән һуң Ҡаһарманлыҡ орденына лайыҡ булды. Улар – Өфөнән Альберт Аллағолов менән Владимир Кельдин, Сибайҙан Егор Ефимов, Ҡырмыҫҡалы районынан Марсель Ҡурманалин. Төбәк етәксеһе мәрхүмдәрҙең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты. Ул Ватан өсөн ғүмерен биргән яҡташтарыбыҙҙың батырлығын, ҡыйыулығын һәм патриотизмын айырым билдәләне.

Илдар Байбулатов