Федераль именлек хеҙмәте идаралағы хеҙмәткәрҙәре Иглин районы үҙәк дауаханаһы пациенттары карталарында ялған мәғлүмәт урынлаштырыу осраҡтарын асыҡлаған.
Йәнәһе лә, пандемия осоронда коронавирус сирленең йортона ашығыс ярҙам машинаһы ебәрелгән. Асылында ауырыуға өйөндә ярҙам күрһәтелмәгән. Әммә аҡ халатлыларға законһыҙ рәүештә махсус түләүҙәр тәғәйенләнгән. Енәйәттә ғәйепләнеүсе табиптар 25 -49 йәштәрҙә.