Күгәрсен районының Бикбулат ауылында башҡорт-татар дуҫлығына арналаған хәйриә концерты үтте

Төрлө репертуарҙарҙан ҡоролған тамашала халыҡ, эстрада йырҙары яңғыраны. Сараны Ҡазандан ҡунаҡҡа ҡайтҡан йәш йырсы, Татарстан йыр һәм бейеү ансабле солисы Алмаз Сафин ойошторҙо.

Шулай уҡ хәйриә концертында Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нәғим Нуриманов, Гүзәлиә Миңлебаева, Илшат Илмөхәмәтов һәм ҡурайсы Дим Баймырҙин ҡатнашты. Ҡурай моңо, оҙон көй халыҡты быуындар төпкөлөнә алып ҡайтты, ә гармун моңона һалынған билдәле йырҙар аша тамашасы йәшлек йылдарын иҫкә төшөрҙө.

Тамаша һуңында ҡунаҡтарға рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Киләсәктә лә ошондай тамашалар уҙғарып, Башҡортостан һәм Татарстан араһында дуҫлыҡ ептәрен нығытып йәшәргә яҙһын, тигән теләктәр әйтелде. Хәйриә концертынан йыйылған аҡса Бикбулат ауылы мәсетенә тапшырылды.

Әлфинә Килдейәрова